– Мин үҙем дә белмәйем. Ә белер өсөн үлсәргә кәрәк. Һорауҙы икенсе төрлө бирәйем: ошо стаканды бер нисә сәғәт дауамында тотоп торһам, нимә була?
– Һеҙҙең ҡулығыҙ таласаҡ! – тип бер тауыштан яуаплаған йәштәр.
Профессор һорау биреүҙән туҡтамаған:
– Эйе. Көнө буйына тотоп торһам, нисек?
– О-оо, ул ваҡытта ҡулығыҙ талыу ғына түгел, ә ойоясаҡ, хатта һеҙҙе дауаханаға һалырға тура килмәгәйе, – тигән бер студент.
– Бик яҡшы яуап. Ә шул ваҡытта стакандың ауырлығы үҙгәрәме? – тип ныҡышҡан ғалим.
– был яуап та дөрөҫ. Ә ниңә ҡул тала улайһа? Ниңә минең дауаханаға эләгеүем бар?
Студенттар бер мәлгә тынып ҡалған.
– Ҡулым талыуы бөтһөн өсөн миңә нимә эшләргә? – тип һораған профессор.
– Стаканды өҫтәлгә ҡуйырға, – тип яуаплаған бер егет.
– Үәт, шулай, – тип йылмайған ҡарт уҡытыусы. – Тормош ауырлыҡтары менән дә шулай була. Әгәр ҙә проблемағыҙҙы уйығыҙҙа бер нисә сәғәт тотһағыҙ, ауырый башлауығыҙ ихтимал. Көнө буйы уйлап йөрөһәгеҙ, башығыҙ ҡатыр, нервығыҙ ҡаҡшар, бөтөнләй хәлһеҙләнерһегеҙ. Быны булдырмаҫ өсөн проблемаларығыҙҙы башығыҙҙан сығарырға онотмағыҙ...