Өфө ҡалаһының Калинин районы суды ҡарары буйынса, 43 йәшлек ир 2003 йылда тыуған улына килеменең күпмелер өлөшөн күсереп торорға тейеш булған. Уның банктарҙағы иҫәптәренә арест һалынған, сит илгә сығыу хоҡуғын да сикләгәндәр, әммә бурыслы суд ҡарарын тулы күләмдә үтәүҙән баш тарта. Ул ғына ла түгел, суд приставтарынан ҡасып йөрөй һәм бәйләнешкә сыҡмай.