Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентября 2020, 17:45

Луизаны хөкөм иттеләр

Прокурор “Россельхозбанк”тан 25 млн урлаған Луиза Хәйруллинаны алты йылға, уның ире Марат Хәйруллинды ете йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һораған.

Салауат ҡалаһы суды финанс ойошмаһын еңел генә талаған Хәйруллиндарҙы хөкөм итте.
Ҡатын үҙ ғәйебен таныған, әммә төрмәгә ултыртмауҙарын һорай. Ул судты үҙенең был енәйәтте иренең психологик һәм физик баҫымы аҫтында эшләүен иҫәпкә алыуҙы һорай. Йәнәһе лә, ул үҙенең ғаиләһен һаҡлап алып ҡалыу өсөн был аҙымға барған. Кассанан урлаған аҡсаларҙы Марат ҡомарлы уйындарҙа уйнап бөтөргән.
Фото: newsbash.ru
Читайте нас