Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентября 2020, 13:05

Үҙенсәлекле бәшмәк

Башҡортостанда, Шүлгән-таш ҡурсаулығы биләмәһендә һирәк осрай торған бәшмәк табылған. Ул коралл төркөмөнә ҡараған (Hericium coralloides) бәшмәккә оҡшаған.

– Был табыш бик һирәк осраған аҡ коралл бәшмәккә оҡшаған. Әйткәндәй, бындай төр халыҡ-ара, Рәсәй һәм, әлбиттә, Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән. Ул һуңғы тапҡыр ҡурсаулыҡ биләмәһендә 1993 йылдың 26 авгусында күренгәйне, – тип хәбәр итәләр ҡурсаулыҡ белгестәре.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас