Сараның төп маҡсаты - башҡорт телен популярлаштырыу, республикабыҙҙа һәм Рәсәй төбәктәрендә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ киңерәк ҡулланыу мөмкинлектәрен барлау.
Форумда Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; район һәм мәктәп методик ойошмалары етәкселәре; БР һәм РФ төбәктәренең инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениеларының башҡорт теле уҡытыусылары; район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының (бүлектәре) туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары - йәмғеһе 250 кеше ҡатнашыуы көтөлә.