Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентября 2020, 13:21

Юл фажиғәләре - 21 сентябрь

Кисә республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 12 кеше йәрәхәтләнгән.

Иртән Ишембай районында, Биксән-Һайран автоюлының 8-се саҡрымында, 49 йәшлек ир "Иж Планета-5" мотоциклында хәүефле боролошта юлдан осҡан.
Ир шунда һәләк булған.
Төнгә ҡарай Стәрлетамаҡ районында, Өфө-Ырымбур трассаһының 103-сө саҡрымында, Татарстандан 33 йәшлек водитель "Mercedes-Benz Axor" машинаһында Стәрленән 34 йәшлек ирҙе тапай. Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. Водителдең һүҙе буйынса, йәйәүле юлдың уң яғынан китеп барған, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.
Тәүлек эсендә 2400-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 41 иҫерек водитель тотолған. Урланған автомобиль эҙләп табылған.
Фото: БР ЮХХДИ сайтынан.
Читайте нас