Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентября 2020, 05:35

Владимир Путин торлаҡ төҙөлөшөнә биреләсәк ер мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды

Кисә Рәсәй Президенты Росреестр башлығы Олег Скуфинскийҙы ҡабул иткәйне. Улар осрашыуҙа күсемһеҙ милекте теркәү, ипотека, ер участкалары темаһына туҡталды. Росреестр электрон форматта ипотека алыш-бирешен ике-өс көндә теркәй.

Владимир Путин федераль хеҙмәт башлығынан ер участкалары тураһында ла һорашты. Баҡһаң, һәр төбәктә торлаҡ төҙөлөшө өсөн биреләсәк ер майҙандары хаҡында ентекле мәғлүмәт йыйылған икән.
Скуфинский белдереүенсә, дөйөм 107 мең гектар участка билдәләнгән. Шуның 50 меңе милли проект буйынса төҙөләсәк торлаҡҡа бүленәсәк. Росреестр был мәғлүмәтте РФ Төҙөлөш министрлығына, ДОМ.РФ порталына тапшырған.
Эш дауам ителә һәм бөтә ер участкалары берҙәм базала буласаҡ. Киләһе йылда дүрт субъектта пилот проекты рәүешендә берҙәм ер һәм күсемһеҙ милек ресурсы булдырыласаҡ.
Рәсәй Президенты Росреестр хеҙмәтен был ҙур эше менән кешене торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҡуйылған дөйөм милли бурысты үтәүгә булышлыҡ итеүе өсөн хуплай.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас