Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентября 2020, 07:24

Республикала табиптарға 1 миллион һум аҡса биреләсәк

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уларҙың исемлеген баҫтырған.

Башҡортостан хөкүмәте табиптарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында быйылғы йылдың 6 майында ҡарар ҡабул иткән. Уның нигеҙендә һаулыҡ һаҡлау министрлығының махсус комиссияһы айырыуса талап ителгән белгестәргә түләүҙәр тәғәйенләйәсәк.
Исемлектең яртыһын балалар табиптары тәшкил иткән, бына улар: кардиолог, онколог, уролог-андролог, теш табибы, хирург, эндокринолог, психиатр; шулай уҡ тиҙ ярҙам машинаһы табибы, акушер-гинеколог, анестезиолог-реаниматолог, нейрохирург, неонатолог, онколог, күҙ табибы, рентгенэндоваскуляр ысулы буйынса диагностикалау һәм дауалау буйынса белгес.
Уҙған йылда «Башҡорт фельдшере» программаһына ярашлы 65 шәфҡәт туташы 500-шәр мең һум, 249 табип бер миллион һум алған.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас