Район үҙәгендә яҙыусы исемен йөрөткән урамда мемориал таҡтаташ ҡуйылды. Артабан сарала ҡатнашыусыларға драматургтың тыуған ауылы Ереклелә «Һаумы, шишмәм!» тамашаһы тәҡдим ителде. Тап ошонда Ибраһим Абдуллин шишмәнең һыуын һыулап «Үҙ яғыма ҡайтһам» йырын яҙған, «Тиле йәшлек», «Айһылыуҙың айлы кистәре» һәм «Бажалар» кеүек күләмле әҫәрҙәрҙе ижад итеүгә илһам алған. Улар барыһы ла башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән. Шулай уҡ ҡунаҡтар Ерекле клубы биләмәһендә Ибраһим Абдуллин аллеяһына 100 ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Йәшелләндереү акцияһынан һуң юбилей саралары «Йөрәк һүҙе» исемле әҙәби-музыкаль композиция менән дауам итте.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев үҙ сығышында Ерекленең донъяға ике оло шәхес – Ибраһим Абдуллин менән Зарема Әхмәтйәнованы үҫтергән ауыл булыуын билдәләне. “Шағирҙың-яҙыусының исеме тыуған ерендә йәшәй икән, ул республикабыҙҙа, илебеҙҙә йәшәйәсәк. Уларҙы иҫкә алыу, хөрмәт итеү – беҙҙең туранан-тура бурысыбыҙ”, – тине Зәки Арыҫлан улы.