Владимир Путин осрашыу башланғас та, ултырышта ҡатнашыусыларҙы Ҡоралсы көнө менән ҡотланы. Эйе, беҙҙә шундай байрам да бар
- Иң йылы һүҙҙәр - ветерандарға. Тап улар донъяға билдәле ҡорал етештереү мәктәбендә сыныҡты һәм данлыҡлы оҫталарҙың эшен дауам итте. Әммә йәштәр ҙә ҡалышмай, - тине Президент. - Уникаль ҡоралдарыбыҙ сит илдәрҙә етештерелгән аналогтарынан да былайыраҡ! Хатта күп осраҡта беҙҙең ҡоралға тиңдәр юҡ.
Владимир Путин кадрҙар потенциалына ҙур иғтибар биреүҙең мөһимлеген билдәләне. Был йәһәттән федераль кадрҙар резервын формалаштырыу эшенә үтә етди ҡарарға кәрәк. Быйыл майҙан дүрт йүнәлештә кадҙар һайлау башланған.
- Әлегә 55 өмөтлө профессионал һайланған. Улар - стратегик планлаштырыуға өйрәнә. Башҡа ойоштороу эштәренә лә оҫталыҡ кәрәк. Беҙ яңы быуын етәкселәре әҙерләргә тейешбеҙ. Тап улар юғары технологиялы ҡоралланыу өлгөләре әҙерләү, дәүләт заказын ваҡытында һәм һөҙөмтәле үтәүҙе тәьмин итәсәк. Беҙгә бындай йөҙҙәрсә белгес талап ителә, - тине Путин.