Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентября 2020, 09:35

Сирле балаларға ярҙам итергә теләһәң...

«Өфө хосписы» төрлө сирҙәр – ауыр формалағы балалар церебраль параличы һәм генетик сирҙәр менән яфаланған балалар өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштора.

«Сирле балалары булған ғаиләләрҙә уларҙы тәрбиәләгәндә көнкүрештә бихисап ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тура килә . Мәҫәлән, үҙенең кәүҙәһенә идара итә алмаған баланы нисек йыуындырырға? Уларға нисек итеп уңайлыҡтар һәм психологик комфорт булдырырға?
Беҙҙә бер түгел өс инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә бар. Һәр береһе ярҙамға мохтаж», – ти «Өфө хосписы» ойошмаһы етәксеһе Светлана Ниғмәтуллина. Улар бинаны төҙөү менән генә шөғөлләнмәй, ғәрип балалар ҡараусыларға ла ярҙам ҡулы һуҙыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Күптәренә балаларын йыуындырыу өсөн ваннаға, душҡа урынлаштырыға махсус шезлонгтар, креслолар кәрәк. Бөтәһе лә конкрет сирлегә ҡарап һайлана. Бөгөнгө көндә хоспис тәрбиәләнеүселәрен кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү өсөн 582 мең аҡса кәрәк.
Хоспис хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙарҙан ярҙам һорай. Аҡса күреү өсөн мәғлүмәттәр «Өфө хосписы» сайтында күрһәтелгән.
Фото: Башинформ
Читайте нас