9 октябрҙә башланған сараның темаһы: "Обращение с отходами производства: новые требования, ограничения и платежи". Быйыл ҡалдыҡтарға ҡағылышлы күп закон, нормативтар яңырҙы. Шуға ла яңылыҡтар менән танышыу мөһим.
Вебинарҙа Рәсәйҙең төрлө министрлығы вәкилдәре, закондар сығарыу белгестәре, ҡалдыҡтар менән эшләүсе эксперттар ҡатнаша.
Беләһегеҙ, Рәсәйҙә "Экология" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның төп бурыстарының береһе: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу, сүплектәрҙе тәртипкә килтереү, рөхсәт ителмәгән урындарҙа барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймау.