Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентября 2020, 12:00

Иртәгә көн менән төн тигеҙләшә

Шишәмбелә, 22 сентябрҙә, урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-се яртыла көҙгө көн менән төн тигеҙләшә, тип хәбәр итәләр Өфө планетарийынан.

Ошо көндән алып көн ҡыҫҡара, ә төн оҙоная башлай. Көндөң оҙонлоғо көн һайын биш минутҡа кәмейәсәк.
Мәҫәлән, сентябрь башында көн оҙонлоғо 13 сәғәт 40 минут булһа, ай аҙағына – 11 сәғәт 34 минут тәшкил итәсәк. Йәғни бер айҙа ике сәғәткә кәмей. Бындай күренеш 21 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Астрологтар иһә көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә киләсәккә пландар яҙырға, медитация менән шөғөлләнергә йәки саф һауала йөрөргә кәңәш итә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас