Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентября 2020, 12:48

«Был бит яуапһыҙлыҡ»

Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау тураһында һөйләне.

Төбәк етәксеһе республика халҡына был сараны кире ҡаҡмаҫҡа кәрәклеген еткерҙе.
«Вакцина алмаусылар арта тигән хәбәр килеп етте, был бит яуапһыҙлыҡ. Иң тәүҙә үҙебеҙ прививка яһатабыҙ, сөнки киҙеү башланһа, халыҡ күп сирләйәсәк, ә беҙҙең быға ваҡытыбыҙ юҡ», – тип билдәләне Башлыҡ.
Киҙеү осоро башланһа, коронавирус менән хәл дә киҫкенләшәсәк. Радий Хәбиров был хаҡта күптән һүҙ ҡуҙғатҡайны. Шулай уҡ бөгөн кәңәшмәлә ул уҡыусылар араһында ла сирҙең таралыу ихтималлығын иҫәпкә алып мәғариф министрлығын да уяу булырға саҡырҙы.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас