Республикала тороп ҡалған мигранттарға ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторолған. Әлеге ваҡытта Көйөргәҙе районында 1300-ҙән ашыу Ҡырғыҙстан вәкиле йәшәй. Бөгөн Ырымбур өлкәһенә Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһенең килеүе көтөлә. Ул юлда ҡалған граждандарҙың мәсьәләһен хәл итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барасаҡ.