Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентября 2020, 07:01

Үлеүселәр һаны арта

Башҡортостанда тағы ике ҡатындың коронавирустан һәләк булыуы асыҡланды.

49 һәм 66 йәшлек ҡатындарҙың икәүһендә лә COVID-19 вирусы булған. Унан тыш, Өфө ҡалаһынан 49 йәшлек ҡатындың ике бөйөрөндә лә киста булыуы һәм хроник индуратив панкреатит менән сирләүе асыҡланған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан булған икенсе ҡорбан иһә шәкәр диабеты һәм һимеҙлек менән яфаланған. Шулай уҡ унда йөирәк гипертония ауырыуы ла булған.
Шулай итеп, республикала короновирустан һәләк булыусылар һаны рәсми рәүештә 34 кешегә етте.
Фото:Яндекс.
Читайте нас