Уның номерҙарын һәм пин-кодты үҙеңдән башҡа бер кем дә белмәҫкә тейеш. Картаны биргән банк хеҙмәткәрҙәренең ундағы мәғлүмәттәрҙе һорарға хаҡы юҡ. Бер ҡасан да үҙегеҙҙең аҡса иҫәбен, интернет аша инеүгә паролегеҙҙе бер кемгә лә бирмәгеҙ. Картағыҙҙы юғалтһағыҙ, урлаһалар, финанс учреждениеһына шылтыратып, уны блокҡа ҡуйҙыртығыҙ.Мутлашыусылар аҡсаға теймәһен өсөн быны тиҙерәк эшләргә тырышығыҙ. Шуға ла банк телефонын, банк картаһы номерын телефонығыҙға яҙып ҡуйығыҙ. Клиент ни тиклем тиҙерәк хәбәр итһә, аҡсаһын да тиҙерәк ҡайтарып алыу мөмкинлеге арта. Проблеманы хәл иткәндә, банктың рәсми телефондарына ғына шылтыратығыҙ. Кредит картаһынан аҡса урлауҙың әллә нисә төрө бар.
– Картанан мәғлүмәтте күсереп алыу. Әлеге ысул ресторан, клубта, кибеттә карта менән түләгәндә ҡулланыла. Хеҙмәткәр, берәй сәбәп табып, һеҙҙең картаны алып китә һәм ундағы бөтә мәғлүмәтте, карта аҫтындағы сер итеп тотоусы һандарҙы күсереп ала. Әлеге мәғлүмәт менән мутлашыусының күп сайттарҙа иҫәпләшеүе ихтимал.
– Фишинг. Банктың ялған сайттары ярҙамында башҡарыла. Ысынында улар күҙгә бәрелеп тормаған берәй нәмәһе, мәҫәлән, исемендәге бер хәреф менән айырыла. Файҙаланыусы үҙен, банк сайтындамын, тип уйлай һәм мәғлүмәттәрҙе индерә.
– Пин-кодты телефон йәки интернет аша белешеү. Мутлашыусылар үҙҙәрен, банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән, тип таныштырып, кешегә шылтыратып, карта мәғлүмәттәрен йыя. Һуңынан аҡсаны урлай.“Һеҙгә банктан шылтыратабыҙ. Беҙҙең сайтты боҙғандар. Картағыҙҙың мәғлүмәттәре урланған. Тиҙ генә карта номерҙарығыҙҙы әйтегеҙ”, – тип алдашалар.
– Аҡса иҫәбен блокҡа ҡуйыу тураһында СМС-хәбәр алған осраҡта йәки шылтыратыу алғанда рәсми телефон һандарына шылтыратырға йәки банктың үҙенә барырға кәрәк.