Ҡатын, мин бер ниндәй ҙә операция башҡарманым, кредит алырға ғариза яҙманым, тип борсолғас, трубкалағы тауыш, улайһа электрон ғаризаны ғәмәлдән сығарыр өсөн паспорт мәғлүмәттәре кәрәк, тигән.
Байтаҡ ҡына өгөтләгәстәре, ҡатын күнеп, паспорт мәғлүмәттәрен, банк иҫәбе номерын, тағы ниндәй банкыларҙа иҫәбе барлығын әйткән.
Бер нисә көн дауамында ҡатынға төрлө "банк учреждениелары"нан шундай шылтыратыуҙар булып, уға иҫәптәге аҡсаларҙы "ҡотҡарыу" схемаларын тәҡдим иткәндәр. Ҡатын бындай мутлыҡтар хаҡында ишетеп белһә лә, барыбер уларҙың тоҙағына ҡапҡан.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, муттар өс банк учреждениеһынан ҡатындың исеменә 600 мең һумдан ашыуыраҡ кредит алған...
Был факт буйынса енәйәт эше асылды, тип яҙа РФ ЭЭМ Белорет районы буйынса бүлегенән Екатерина Косякова.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.