Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября 2020, 05:42

Урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартайыҡ!

Башҡортостанда “Таҙа урман” акцияһы старт алды.

Ул “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә 16 октябргә тиклем дауам итә.
Ғәҙәттә тәбиғи янғындарҙың хәүефле ососрона әҙерлек яҙғыһын башлана торғайны. Был юлы ҡышгҡа тиклем сүп-сарҙы, кипкән үләнде һәм ауыл хужалығы сәсү.еүҙәренең ҡалдығын ҡар яуғанға тиклем таҙартыу өсөн уны көҙгөһөн үткәрергә ҡарар ителде.
БР Урман хужалығы министрлығы белгесе Айрат Искәндәров әйтеүенсә, был осорҙа урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр ойоштороласаҡ, халыҡ араһында урманды һаҡлау хаҡында аңлатыу эштәре алып барыласаҡ.
Фото: Яндекс.
Читайте нас