Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентября 2020, 08:29

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә бер юлы өс балалар баҡсаһы төҙөлә

Сабыйҙар ғына булһын, баҡсалар артҡандан-арта..

Бөгөн мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеларын арттырыу ҡала хакимиәтенең иң төп бурыстарының береһе булып тора. Был эштә “Демография” милли проекты ярҙамға килә.
Сипайлово биҫтәһендә төҙөлгән мәғариф учреждениеларында меңдән ашыу сабыйға урын ҡаралған. Балалар баҡсалары халыҡ тығыҙ йәшәгән урында урынлашҡан, береһе – Ю. Гагарин урамы, 44/2, икенсеһе – Ю. Гагарин урамы, 74/4 адресы буйынса, өсөнсөһө – Өфө йылғаһының Яр буйы урамында. Тәүгеһендә төҙөлөш эштәре тамамланған, ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Яңыраҡ унда ҙур экологик акция үткәрелгән, 100 йәш үҫенте ултыртылған.
Фото: Рөстәм Ғайсин.
Читайте нас