«Өфө» командаһы беренсе төркөм уйынын Ленинград өлкәһендә урындағы «Ленинградец» клубы менән уҙғарып, уларҙы 1:0 иҫәбенә еңде. Кубоктағы киләһе осрашыуын улар Мәскәүҙә «Чертаново» уйынсылары менән уҙғарасаҡ.
Төркөм еңеүсеһе, йәки РПЛ, ФНЛ һәм ПФЛ клубтарынан төҙөлгән ун төркөм еңеүселәре 1/8 финалға сығып, уларға Премьер-лиганың тағы көслө алты командаһы ҡушыла һәм улар плей-офф системаһы буйынса төп кубок өсөн көрәшен дауам итәсәк.