Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентября 2020, 12:40

Һүрәттәге ир - герой!

13 сентябрь иртәһендә Ишембай районының Павловка ауылында бер йортҡа ут тоҡанған. Ярай быны 51 йәшлек ир - "Ғаилә" район-ара үҙәге водителе Анатолий Битунов күреп ҡалған. Ул тиҙ генә янғын һүндереүселәрҙе саҡырған, тәҙрәне ярып эскә ингән һәм төтөн араһынан ҡатын кешене эҙләп табып сығарған.

Бының турала район башлығы Азамат Абдрахманов социаль селтәр сәхифәләрендә яҙған. Унда «Герои живут среди нас. Большое человеческое спасибо Анатолию Михайловичу! Он обязательно будет представлен к награде», - тиелгән.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Читайте нас