Был хаҡта бөгөн республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Уның һимереүҙән яфаланыуын, ДВС-синдромы, һул коронар артерия тромбозы булыуын өҫтәнеләр.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда пандемия башланғандан алып бөтәһе 32 кеше үлгән, 8286-һы - сирләгән, 7749-ы һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә республикала 32 коронавирус йоҡтороу осрағы билдәләнгән. 27 кеше һауығып дауаханан сыҡҡан. Бер пациент ауыр хәлдә.