Ағас ултырыу акцияһы "Экология" милли проекты маҡсаттарына ирешеүгә лә булышлыҡ итәсәк.
"Йәшел Башҡортостан" 19 сентябрҙә Хәйбуллала старт ала. Унда муниципалитеттар башлыҡтары аллея ултырта.
Ошо уҡ көндө бөтә ҡала һәм районда өмәләр үтә. 26 сентябрҙәге "Еңеү урманы" акцияһына ла халыҡ дәррәү ҡушылыр тип көтөлә. Фаразлауҙарынса, өмәгә 100 меңдән ашыу кеше сығасаҡ, 25 мең үҫенте ултыртыласаҡ.
Һәр районда Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Сараларҙы тейешле санитар талаптарҙы үтәп уҙғарыу күҙаллана.