Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентября 2020, 09:10

Баймаҡтарға ла автоклуб ҡайтарылды

Ул «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.

Баймаҡ районында 92 ауыл иҫәпләнә, шуларҙың 55-ендә генә мәҙәниәт йорто эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер мәҙәниәт йорттары булмаған ауылдарҙа ла концерт ойоштороу мөмкинлеге бар.
Баймаҡ районының мәҙәниәт йортона автоклуб файҙаланыуға тапшырылыу менән, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл эшсәндәрен йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырып та өлгөрҙө.
Фото: БЮТ
Читайте нас