Студия етәкселеге аҡса менән йыл дауамында ҡуллана аласаҡ. Башҡортса йырҙар, клиптар һәм ҡыҙыҡлы видеояҙмалар төшөрөләсәк, улар социаль селтәрҙәрҙә тәҡдим ителәсәк. Барлыҡ ижади проекттар менән ойошманың рәсми сайтында танышырға мөмкин.
“Башҡорт телен һаҡлау һәм йәштәр араһында популяр итеү – икеһе ике төрлө йүнәлеш. Телде һаҡлау өсөн күп эшләнә, ә популярлаштырыу йәһәтенән бик аҙ”, - тип билдәләне студия етәксеһе Алексей Амадеус.
Хәҙер күп балалар балалар баҡсаһына йөрөй башлаһа, туған телен онота, ата-әсәләре, тиҫтерҙәре менән тик русса ғына һөйләшә. Икенсе осраҡ: ата-әсәләр сит телде үҙҙәре башлап өйрәтә. Проект авторҙары фекеренсә, яңы программа ошондай мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк.