Омск ҡалаһында казарма емерелгән ваҡыттан аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев, инвалидмын тип тормай, тормош үрҙәрен яулауын дауам итә. Был юлы көслө рухлы егет Рәсәйҙең иң бейек тауы – Эльбрусҡа менеп төшөргә ҡарар иткәйне. Тауҙы яулағандан һуң, Рөстәм ҡатыны Индираға матур һәм мәғәнәле видеояҙма ебәргән. Был видео менән Индира социаль селтәрҙәрҙә бүлеште.
- Индира, тауға менгән арала, беләһеңме, ни хаҡында уйланым? Улым йәки тағы бер ҡыҙым тыуыуын теләйем. Мин ҙур ғаилә хаҡында хыялланам, - тип өндәшкән ул ҡатынына.
Рөстәм Нәбиев – Эльбрус тарихында ҡулдарында ғына менгән беренсе кеше. Яҡташыбыҙҙың ихтияр көсөнә иҫ китерлек, шулаймы?
Фото: Рөстәм Нәбиев/Инстаграм