Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентября 2020, 06:55

Ҡан һөҙөмтәләре тиҙ генә әҙер буласаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проетктына ярашлы, Республика клиник онкология диспансерына “ABL800 FLEX” ҡан газдары һәм электролиттар анализаторы һатып алынды.

Заманса ҡорамалды Данияның “Радиометр Медикал АпС” компанияһы етештергән.
Уның ярҙамында онкологик сирлеләрҙең хәлен диагностикалау күпкә еңел, тип хәбәр итә республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был аппарат бер ҡан өлгөһө нигеҙендә 18 төргә тиклем анализды тиҙ арала эшләү мөмкинлегенә эйә. Шуға ла яман шеш менән сирләгәндәргә дөрөҫ итеп диагноз ҡуйып буласаҡ.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас