Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2020, 23:55

Хәмдүнә Тимерғәлиева Башҡортостандың халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡ булыуын белеп өлгөрмәгән

Йырсының был маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы тураһында ҡарар февралдә үк сыҡһа ла, ни өсөндөр йырсыға был хаҡта хәбәр итмәгәндәр.

Үкенес, әммә Медиакорсеть интернет-баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бөгөн йөрәк ауырыуынан донъя ҡуйған билдәле яҡташыбыҙ, Борай районы Ҡотлояр ауылы ҡыҙы Хәмдүнә Тимерғәлиева “Башҡортостандың халыҡ артисткаһы” тигән исемгә лайыҡ булыуын белеп өлгөрмәгән. Ни сәбәптәндер, республикала был хаҡта уға хәбәр итергә ашыҡмағандар, бәлки, уңайлы ваҡытын көткәндәрҙер.
Республиканың татарҙар берекмәһе етәксеһе, Өфөләге “Ихлас” мәсете имамы Альфред Дәүләтшин хәбәр итеүенсә, Хәмдүнә Тимерғәлиева Башҡортостан етәкселәре ҡулынан бындай маҡтаулы исем алыу хаҡында күптән хыялланған. Ике аҙна элек кенә Альфред Дәүләтшинға ошо хаҡта һөйләгән ул.
Башҡортостанда тыуып-үҫеп, ғүмер буйы тиерлек күрше Татарстанда йәшәгән һәм ижад иткән йырсының тыуған яғы хөкүмәтенән бер ниндәй ҙә маҡтаулы исемдәр алғаны булмаған шул.
Читайте нас: