Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентября 2020, 11:35

Эскәнһең икән - самокаттан төш!

Быйыл йәйгеһен Өфөлә электрлы самокат, велосипед, монотәгәрмәс кеүек транспорт саралары үтә ныҡ популярға әйләнде. Бындай күренеш бөтә илдә-ерҙә күҙәтелде - пандемия мәлендә өйҙә ултырып туйған кешеләр, айырыуса йәштәр урамда йөрөүҙе хуп күрә башланы.Шул уҡ йәһәттән улар самокат-маҙар менән башҡаларҙы бәрҙерә, үҙҙәре автомобилдәрҙән зыян күрә башланы. Ошоно күҙ уңында тотоп, РФ Транспорт министрлығы һәм ЮХХДИ юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә күләмле өҫтәләмәр әҙерләне. Сайтта:

Улар бер нисә бүлектән тора. Берәүһендә "Индивидуаль мобиллек сараһы" ("Средство индивидуальной мобильности" (СИМ) төшөнсәһе индерелә. Улар электр самокаттары, сегвейҙар, роликтар, скейтбордтар һәм беговелдар. СИМ эйәләрен хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың айырым категорияһына индерәсәктәр, уларға иҫерек көйөнсә идара итеү тыйыласаҡ.

Бынан тыш, автомобиль тәҙрәләрен ҡараңғылатыу ҡағиҙәләре үҙгәрәсәк, хәүефһеҙлек утрауҙарында туҡталҡа яһау тыйыласаҡ, "Стоянка запрещена" и "Остановка запрещена" тамғалары ғәмәлдә булған зоналар үҙгәрәсәк. Быларҙың барыһы ла йыш ҡына булып торған юридик коллизияларҙы хәл итәсәк. ПДД-ға өҫтәмәләр шулай уҡ машинала медицина аптечкаларының, ут һүндергесте һәм авариялы туҡталыш тамғаһының төрлөһөн ҡулланырға мөмкин итәсәк.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас