Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентября 2020, 04:15

Метсолаға иптәш килә…

«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, ҡапҡа һаҡсыһы Даниил Тарасов быйылғы миҙгелде Өфөлә уҙғарасаҡ.

21 йәшлек уйынсы быға тиклем НХЛ-ға китеп, уҙған миҙгел Финляндия клубында арендала була. Ә былай ул «Коламбус» командаһында ҡапҡасы булып һынала.
Океан аръяғына киткәнсе ул «Толпар» клубында уйнап, юлаевсылар өсөн ике тапҡыр һаҡта тора.
Фото:ТАСС
Читайте нас