Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 32 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 8193 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 39 кеше дауалана. Бер кешенең ғүмере өсөн көрәш бара.
Үкенескә күрә, бөгөн тағы бер кешенең коронавирустан һәләк булыуы билдәле булды. Шулай итеп, коронавирус ҡорбандары һаны 31 кешегә етте.
Сир тарала башлағандан алып 7614 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 7 кеше – һуңғы тәүлектә.
Һуңғы тәүлектә пневмония менән сирләүселәр һаны – 92. Был сирҙән һауығыусылар тәүлек эсендә 65 кешегә барып еткән.