Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентября 2020, 05:00

Хуш бул, "Евразия йөрәге"!

Бишенсе юбилейлы "Евразия йөрәге" фестивале ошолайтып сағыу салют менән тамамланды! ⏬

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 11-12 сентябрҙә "Торатау" Конгресс-холының амфитеатр майҙанында V Халыҡ-ара "Евразия йөрәге" сәнғәт фестивале уҙҙы. Ике көн дауа иткән оло сара кисә салют атыу менән тамамланды.
Сағыу концерт Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. 25 меңгә яҡын тамашасы алдында Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт дәүләт филармонияһының БР халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры, «Бессмертный полк» программаһы менән Любовь Казарновская, «VIVA» төркөмө һәм аккордеонсы Петр Дранга сығыш яһаны. Сараның төп ҡунағы Олег Газманов булды.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас