Радио заман һулышын эҫе мәлендә халыҡҡа еткерергә тейеш. Шуны иҫтә тотоп, был көндәрҙә Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүсе әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен ишеттермәксебеҙ. Мәҫәлән, Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт», Хәйҙәр Тапаҡовтың «Мөһөр» тип аталған әҫәрҙәрен Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Хәмит Яруллин һәм Олег Ханов уҡый. Улар радионың алтын фондында һаҡлана.
Сыуаҡ көҙҙә уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй. Шул уңайҙан Әсхәт Мортазиндың «Минең беренсе уҡытыусым» радио спектакле М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары башҡарыуында яңғырар.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер көнөндә авторҙың «Ғүмер миҙгелдәре»нән өҙөк көтөлә.
Тауҙан таш артмай – үҙеңдеке үҙеңә ғәзиз, тигәндәй, «Әҙәби уҡыуҙар» тапшырыуы юбиляр яҙыусы-ғалимдар иҫәбенә лә байый. Мәҫәлән, үҙ мәлендә нәфис ижад менән ғилми эшмәкәрлекте бергә тартҡан Зиннур Ураҡсиндың тыуыуына – 85 йыл, Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына 95 йыл була. Береһенең уймаҡ хикәйәләре, икенсеһенең хәтирәләрҙән торған «Разведчик яҙмалары» радио тыңлаусылар күңеленә хуш килер, тигән өмөттәбеҙ.
Быйыл танылған прозаиктарыбыҙ Мирас Иҙелбаевҡа – 75, Факил Мырҙаҡаевҡа 70 йәш тула. Уларҙың нәфис әҫәрҙәре лә эфир тулҡындарына сығыр.
«Әҙип әҫәрен уҡый» шәлкемендә Сабит Фазлыевтың «Ҡара этап», Нәжиә Игеҙйәнованың «Эй, ғүмерҙең фанилығы…» һ.б әҫәрҙәре тәҡдим ителәсәк. Әлбиттә, донъя әҙәбиәтенән матур һәм фәһемле өлгөләр ҙә күҙ уңынан ситтә ҡалмаҫ. Уларҙы һәр аҙнаның дүшәмбеһенән кесе йомаға тиклем киске сәғәт 9-сы 15 минутта һәм йәкшәмбелә көндөҙгө 5-се 15 минутта тыңларға була. Был әҫәрҙәр тыңлаусыларҙың күңел зауҡын ҡандырыр, тигән өмөттәбеҙ.