Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентября 2020, 12:39

Стәрлетамаҡта 21 йәшлек мутлашыусы егет тиҫтәләгән кешене аҡсаһыҙ ҡалдырған

Полиция хеҙмәткәрҙәре интернет аша тауар алыусыларҙы уяу булырға саҡыра.

Зыян күреүселәр йәй үк полицияға мөрәжәғәт итә. Мутлашыусы әсәһенең көнкүреш техникаһын фотоға төшөрөп сауҙа итеү сайттарына ҡуя. Һатып алыусыларҙы тауарҙы ебәрҙем тип ышандыра, транспорт ойошмаһының квитанцияһын күрһәтә. Һөҙөмтәлә бер ниндәй ҙә тауар килмәй. Ошондай юл менән егет тиҫтәләгән кешенең аҡсаһына хужа була.
Хоҡуҡ һаҡсылары интернет-мутлашыусының шәхесен һәм йәшәгән урынын билдәләгән. Ул әсәһе менән Стәрлетамаҡ районында Хоҙайбирҙин урамында торған.
Тикшереү барышында шул асыҡланған. Һатып алыусылар ышанмаған осраҡта мутлашыусы транспорт ойошмаһының фишинг сайтында килешеү төҙөргә саҡырған. Йәғни, ул сайттарҙың күсермәһен эшләп алған. Был осраҡта ышанмай мөмкин булмағандыр. Әлеге ваҡытта егеткә ҡарата енәйәт ҡуҙғатылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре интернет аша тауар алыусыларҙы уяу булырға саҡыра. Әгәр һеҙҙән алдан аҡса күсерергә һораһалар, тауарҙы почта йә башҡа хеҙмәт аша ебәрергә вәғәҙәләйҙәр икән, тимәк, һеҙ мутлашыусылар ҡармағында. Һаҡ булығыҙ!
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас