Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентябрь 2020, 08:30

Иглиндә ике үҫмер юғалған

Иглин районындағы ирекмәндәр 13 йәшлек Любовь Крашенинникова һәм 12 йәшлек Данил Глимяновты эҙләүҙе иғлан итте.Был мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙәге “Лиза Алерт” ирекле ярҙамсылар битендә бирелгән. Уларҙы һуңғы тапҡыр 9 сентябрҙә күреүҙәрҙе хәбәр ителә.

Кисә кис үҫмерҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына шылтыратҡан. Улар Иглингә электричкала килеп етеүҙәре һәм урманда аҙашыуҙары хаҡында хәбәр итә.
Балаларҙың ҡайҙалығы тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәт белһәгеҙ, ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм номерына (112) йәки ирекмәндәргә (8-800-700-54-52) шылтыратығыҙ.
Любовь билдәләре: буйы – 157 cантиметр, сәсе – ҡара күҙҙәре йәшел төҫтә. Ул аҡ күлдәк һәм ҡара-зәңгәр кроссовкалар кейгән булған.
Данилдың билдәләре: буйы – 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа сәсле, күҙҙәре йәшел төҫтә. Юғалған ваҡытта ниндәй кейем кейгәне билдәле түгел.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас