Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентября 2020, 11:50

Тағы бер кешенең коронавирустан үлеүе асыҡланды

Башҡортостанда коронавирустан һәләк булыусылар һаны 30 кешегә етте, бөгөн генә был яман сирҙең тағы бер кешенең ғүмерен өҙөүе асыҡланды.

10 сентябргә ҡарата республикала 8101 коронавирус менән сирләү осрағы раҫланды. Һауығыусылар һаны 7441, шуның 148-е – һуңғы тәүлектә. 630 кеше әле был сирҙән дауалыныу курсы үтә, 47-һе – стационарҙарҙа, 583 кеше ауырыуҙы еңел формала үткәрә һәм өйҙә дауалана.
COVID-19-ҙың яңы ҡорбаны Өфө ҡалаһынан 85 йәшлек ир. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан асыҡлауҙарынса һәләк булыусы коронар артериялар, аорта атеросклерозы, гипертония кеүек башҡа сирҙәр менән дә яфаланған.
Фото:Яндекс.
Читайте нас