Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентября 2020, 12:22

Суд приставына лом менән ынтылған

Ишембай ҡала суды 39 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ҡарар сығарҙы. Ул власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепләнә.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән һәм бүлеккә алып килеү өсөн уға суд приставы хеҙмәте хеҙмәткәре килгән. Әммә ул суд приставының талабын үтәүҙән баш тартҡан, хатта власть вәкиленә бер нисә тапҡыр һуғып, лом менән һелтәнгән.
Һуңынан ул үҙенең ғәйебен танымаған. Суд ғәйепләнеүсегә ҡарата бер йылда алты айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған.
Фото һәм сығанаҡ:Башинформ.
Читайте нас