Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә 1 июлдә теркәлә. Силос тапаған ваҡытта тракторҙың кабинаһы түңкәрелә, алынған йәрәхәттәрҙән ир шунда уҡ йән бирә.
Тикшереү барышында тракторҙың ватыҡ һәм был эшкә яраҡһыҙ булыуы асыҡлана. Шулай уҡ хужалыҡтың эшсе менән килешеү төҙөмәүе лә билдәләнә. Ир буш ваҡытында хужалыҡҡа ярҙам иткән һәм бының өсөн эш хаҡы ла алмаған. Әлеге ваҡытта агрокомпания етәксеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Эш артабан тикшереү өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған.