Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентября 2020, 07:59

«КҮСТӘНӘС» шәп булды!

Ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ ине. Бер көндө минең пейджерға, «Пионер» абонентына: «Тиҙ арала миңә шылтырат», – тип Илнур Кәлимуллиндан хәбәр килеп төштө. Баҡтиһәң, Азамат Моратов мине эҙләй икән. Күрешеп һөйләшкәндән һуң, миңә яңы асылған «Юлдаш» каналында йәштәр өсөн берәй тапшырыу эшләп ҡарарға тәҡдим итеүҙәрен аңланым.

Ул ваҡытта гастролдәр менән бик күп йөрөүемә ҡара­маҫтан, ризалашырға булдым. Етәк­селек менән танышҡас, программаға әҙерлек башланды. Тик, бына мәҙәк, исем уйлап табыуы бик еңел эш түгел икән! Бер көн шулай Илнур менән һөй­ләшеп, аптырашып ултырған ара­ла шул уҡ Азамат Моратов килеп инде лә: «Һеҙҙең тапшырыу тың­лаусыларға байрам һымаҡ бу­лырға тейеш. Ул тапшырыу ра­дио­алғыс аша һәр бер өйгә «ҡунаҡка» барып, күңелдәрен кү­тәреүсе булһын», – тип әйтеүе булды... Бына бит! Ҡунаҡҡа күс­тәнәс менән йөрөйҙәр, әйҙә «Күс­тәнәс» булһын, тигән ҡарарға кил­дек. Эш еңелләшә төштө. Күстәнәс һүҙенә рифмалар уйлай башланыҡ! Дискотека «Күстәнәс» – бейей ҙур һәм бәләкәс! Застав­каларҙы сит ил радиоһындағы һымаҡ заманса эшләргә тырышып, төндәр буйы студияла ултыра торғайныҡ.
Беренсе эфир төш һымаҡ үтеп китте. Кемдер әрләп ултырғандыр инде, кемдер, бәлки, шатлан­ғандыр. Ә мин тулҡын­ланыуым­дан нимә һөйләгәнемде лә хәтерләмәйем.
Икенсе көндө радиоға кил­гәндә, коридорҙа берәү мине туҡ­татты ла: «Һинме әле төнгө эфир алып барған Ғиззәтуллин?!» – ти. Минең ҡот ботҡа китте! Бөттө баш, мин әйтәм, хәҙер арт яҡҡа тибеп сығаралар, эх, идеялар бар ине, эшләп булмай инде, тип ҡай­ғырып уҡ киттем. «Ажиотаж күтәр­ҙең, әлбиттә, һинең өсөн мине шелтәләп тә өлгөрҙөләр, тик, минең уйлауымса, нимәлер килеп сығырға тейеш! Әйҙә, тырыш, уңыштар!» – тигәс кенә үҙемә бер аҙ йән кереп китте. Баҡтиһәң, ул шул ваҡыттағы радио директоры Ғәлим Яҡупов булып сыҡты.
Эй, дәртләнеп эшкә тотондоҡ! Тыңлаусылар күбәйҙе. Рубрикалар, конкурстар... Ул ваҡытта социаль селтәрҙәр юҡ! Хаттар би-ии-ик күп килә, сәләмдәрҙе уҡып өлгөрмәйбеҙ. Хатта, иң матур, үҙенсәлекле хаттарҙы иң беренсе уҡыясаҡбыҙ, тип айырым мәғлү­мәт бирергә тура килде! Үәт башланды ул ваҡытта... Төрлө ял­­­­ты­­рауыҡ­тар йәбештерһен­дәр­ме, ул хушбуйҙарҙың ниндәй еҫ­ле­һен генә һипмәйҙәр ине хат­тарға. Помадалы ирендәре менән үбелгән хаттарҙың иҫәбе-һаны юҡ ине. 517631 телефон һандары хәтеремә мәңгелеккә уйылып ҡалды.
Тағы бер аҙ эшләгәс, хәтәр бер хәбәр килеп етте: беҙҙең тапшырыу башланыр алдынан шылтыратыр өсөн дөйөм ятаҡтарҙа берәй сәғәт алдан телефон-автоматҡа сиратҡа баҫа башлағандар икән. Нимә эшләргә? Яңы рубрика уйлап таптыҡ: «Мөхәббәткә дүрт минут». Шул ара эсендә һәр ке­шегә 30 секунд ҡына ваҡыт бирергә мәжбүр булдыҡ. Сөнки һәр кемдең яҡындарына, һөй­гәндәренә тура эфирҙа сәләм әйтергә теләктәре бик ҙур ине. Йылына бер тапҡыр «Күстәнәс» концерттары ойоштора башла­ныҡ. Ҡатнашырға теләүсе йырсылар тик тере тауыш менән генә сығыш яһарға тейеш, тигән шарт ҡуйҙыҡ. Тағы Илнур Кәлимул­линға радио аша, «Илнурға кәләш эҙ­ләйбеҙ» тигән конкурс эшләп, кәләш таптыҡ! Аллаға шөкөр, бөгөнгәсә, иҫән-һау ике бала үҫтереп, татыу йәшәйҙәр!
Һуңғараҡ Динар Дәүләтбаев (диджей ДД) менән дә күңелле итеп эшләп алдыҡ. Улар тап­шырыуға бағышлап, әлеге көндә популяр йырсы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) менән «Күстәнәс» тигән махсус йыр ҙа ижад итте.
Әгәр ҙә шул ваҡытта беҙҙе етәкселәр аңлап, күп ҡытыр­шылыҡтарға күҙ йоммаһа, ул тапшырыу эфирҙа шулай оҙаҡ бармаҫ һәм популяр булмаҫ ине, әлбиттә.
«Күстәнәс» тапшырыуы ярҙа­мында күп дуҫ, тыңлаусы таптым! «Юлдаш» радиоһы менән бөгөн дә бәйләнештә булыуыма бик шатмын! Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, «Юлдаш»тар! Байрам менән!
Фото: Т,Аманов
Читайте нас