Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентября 2020, 17:28

Руслан Шәрәфетдинов “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнелде

Был хаҡта бөгөн республиканың Матбуғат агентлығы етәксеһе Максим Ульчев хәбәр итте.

Тележурналист Руслан Шәрәфетдинов бөгөнгө көндән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире вазифаһын башҡарасаҡ. Коллективты яңы етәксе менән бөгөн таныштырғандар. Был хаҡта Матбуғат агентлығы башлығы Максим Ульчев хәбәр итә. Быға тиклемге баш мөхәррир Алик Шакиров агентлыҡта ҡаласаҡ.
Руслан Шәрәфетдинов 1970 йылда Өфөлә тыуған. Львов юғары хәрби-сәйәси училищеһында, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында белем алған. Хеҙмәт юлын республиканың Эске эштәр министрлығында башлаған, матбуғат хеҙмәте етәксеһе, министрҙың урынбаҫары вазифаларын биләгән.
Һуңғы эш урыны – Башҡорт юлдаш каналының “Честно говоря” телепроекты.
Фото: Руслан Шәрәфетдинов/Facebook
Читайте нас