+26 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентября 2020, 15:16
Ярымфабрикаттарҙа хәүефле бактерияларҙы тапҡандар
Был хаҡта республиканың Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итәләр.
Башҡортостанда ит аҙыҡтарында сальмонеллез сирен ҡуҙғытыусы хәүефле бактерияларҙы тапҡандар. Россельхознадзор идаралығының белгестәре туңдырылған ит өлгөләрен лабораторияла тикшергән саҡта асыҡланған был хәл.
Белгестәр әйтеүенсә, сальмонелла бактерияһы айырыуса балалар өсөн ҡурҡыныс. Бактериялы ярымфабрикаттарҙы ашап, ағыуланырға мөмкин. Ғәҙәттә, был осраҡта уҡшыта башлай, тән температураһы күтәрелә, ашҡаҙан ауырта.
Ярымфабрикаттарҙы әҙерләгән ойошмаға өс йөҙ мең һум штраф һалынған.
Фото: otzovik.com
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"