Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән 61 йәшлек ир үҙенә ярҙамға 36 йәшлек ҡатынды эшкә алған.
Төндә тәгәрмәсле өйҙә йоҡлап ятҡандарында, уларҙы мылтыҡ тауышы уятҡан. Хужа йүгереп сығып, сигнал ракетаһынан атып ебәргән.
Ракета яҡтыһында мылтыҡлы кешене күргән. Шул уҡ мәлдә йәҙрә уның һул ҡулына килеп тейгән.
Сираттағы йәҙрәнең үлемесле булырын аңлаған умартасы саҡырылмаған ҡунаҡҡа ташланған. Яралы килеш тә умартасы уны еңә башлағас, һөжүм итеүсе мылтығын алып, мопедына ултырған да, тайыу яғын ҡараған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре уның шәхесен асыҡлап, Күгәрсен районының Иҫке Әлмәс ауылы янындағы фермаға уны тоторға барған.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең килеүен күреп, 49 йәшлек рецидивист бинаға инеп йәшеренгән, бысаҡ менән ҡоралланған.
Егеттәр ишекте емереп ингәс, агрессив ирҙе тынысландыра алған. Ирекәй ҡатынды ҡыҙғаныуын, шул сәбәпле мылтыҡҡа тотоноуын аңлатҡан. Әлеге ваҡытта ул һаҡ аҫтында.
Ә умартасы һауығып, тиҙҙән яратҡан эшенә тотонасаҡ, тип яҙа БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Фәнис Әхмәтов.
Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.