Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентября 2020, 12:18

Коронавирус менән сирлеләр һаны 8 меңгә яҡынлашты

Республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны һуңғы тәүлектә тағы 31 кешегә артты. Тулыраҡ:

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 31 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 7 949 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 66 кеше дауалана. Уларҙың 6-ның ғүмере өсөн көрәш бара, бер кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бөгөнгө көнгә коронавирустан 29 кешенең һәләк булыуы билдәле.
Сир тарала башлағандан алып 7 105 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 27 кеше – һуңғы тәүлектә.
Һуңғы тәүлектә пневмония менән сирләүселәр һаны – 80. Был сирҙән һауығыусылар тәүлек эсендә 116 кешегә барып еткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Бөрйән район дауаханаһының пневмония көсәйеүе арҡаһында карантинға ябылыуы билдәле булды.
Рәсәйҙә иһә, бер тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусолар һаны – 4 995 кеше (барлығы – 1 009 995). Һауыҡҡан пациенттар – 826 935 (+5 766). Үкенескә күрә, һуңғы тәүлек эсендә 114 кеше вирус арҡаһында донъя менән хушлашты. Вируc ҡорбандарының дөйөм һаны – 17 528.
Фото: pixabay.com
Читайте нас