Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентября 2020, 17:55

Өфөлә яңы урам

Өфөнөң Дим районында яңы төҙөлгән урамдарҙың береһе "Генерал Ишбулатов урамы" исемен йөрөтәсәк.

Ул Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, данлыҡлы хәрби етәксе булараҡ билдәле. Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатов — күренекле хәрби эшмәкәр, генерал-майор, Башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы. Рус империяһының хәрби етәкселеге тарафынан 2-се һәм 3-сө дәрәжәле Изге Станислав ордендары, 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры тип танылған. Фото: Т. Аманов
Читайте нас