Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентября 2020, 18:20

Янғында пенсионер һәләк булған...

Дәүләкән районының Ташлы ауылында янғын таңда - сәғәт дүртенселә сыҡҡан.


Ут Үҙәк урамдағы йортто ялмап алған.
Янғынды Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Имай-Ҡарамалы ауыл хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһы сәғәт бишенсе яртыға һүндергән.
Янған йортта 1951 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: ҒтХМ БР буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас