Республикала Салауат ҡалаһында йәшәүсе 34 йәшлек Радик Тимуровты эҙләйҙәр. Был хаҡта “Отклик” волотерҙар отряды эҙәрмәндәре хәбәр итә.
Радик йортонан сыҡҡан һәм юҡ булған. Уны һуңғы тапҡыр тере килеш 31 августта күргәндәр.
Радиктың буйы - 175 см, уртаса кәүҙәле, сәсе ҡара, күҙҙәре һоро.
Юғалған көндө ҡараһыу күк ветровка, күк футболка, ҡара спорт салбарҙары һәм ҡара сланцылар кейгән булған.
Әгәр ҙә уның ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 89871060601 йәки 02 номерҙары буйынса шылтыратып хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.