Коммуналь фатирҙың бер бүлмәһендә йәшәүсе ҡатын үҙендә араҡы эсеп ултырған да, аш бүлмәһенә сыҡҡан. Шул мәлдә күрше бүлмәлә йәшәүсе ҡатын да аш бүлмәһенә сығып, улар ирешеп киткән.
Заманында закон боҙоп, яуаплылыҡҡа тарттырылған 35 йәшлек ҡатын күп уйлап тормаған: бысаҡҡа йәбешеп, күршеһенә ташланған.
Уға ҡарата РФ ЕК 111 ст.буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.