Кисен ирҙең телефонына +7499******* номерынан ҡыҙ кеше шылтыратҡан.
Ул үҙен банк хеҙмәткәремен, тип таныштырып, ирҙең иҫәбенән аҡса урларға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән.
Банк картаһын һаҡлар өсөн карталағы һандарҙы әйтеүен һораған.
Ир хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп, картала ниндәй һандар бар - барыһын да йәшермәй әйтеп биргән.
Ҡыҙ, хәҙер һеҙҙе роботҡа тоташтырам, ул биргән һорауҙарға "эйе" йә "юҡ", тип яуапларһығыҙ, тигән.
Шунан һуң телефонға "карта заблокирована" тигән смс-хәбәр килгән.
Артабан һөйләшеүгә "банктың икенсе хеҙмәткәре" ҡушылған...
Икенсе көндө генә ир иҫәбенән 130 мең һум аҡсаның юғалыуын асыҡлаған.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған, тип РФ ЭЭМ Ҡалтасы районы буйынса бүлегенән Гөлнара Мөхөлтдинова яҙа.