Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября 2020, 15:03

Коронавирус менән сирлеләр ҡайһы район-ҡалаларҙа артҡан?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткән тәүлек һөҙөмтәләре буйынса статистикаһын яңыртты.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте яңыртты. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса лидер булып ҡала. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа коронавирус менән сирлеләр 3134 кеше
Икенсе урында Нефтекама ҡалаһы. Бында барлығы 523 сирле теркәлгән. Артабан сирлеләр һаны буйынса тәүге урындарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы (336) һәм Бәләбәй районы (333) килә. Тәүге “бишәү” исемлегендә шулай уҡ Туймазы районы – 316 сирле.
Һуңғы тәүлек эсендә республикала 31 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны 7856 кешегә етте. Шул иҫәптән Өфөлә – 16 кешегә, Белорет һәм Күгәрсен райондарында өсөшәр, Ишембай, Өфө, Яңауыл райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында – икешәр, Баҡалы һәм Иглин райондарында берешәр кешегә артҡан.
Фото:pixabay.com
Читайте нас